Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тамырҙары беҙҙең республиканан

Билдәле йырсы һәм музыкант Юрий Шатуновтың тамырҙары Йылайыр районында башлана. Был хаҡта Йылайыр район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, был фактты асыҡларға урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәр ярҙам иткән. – Йылайыр районының күренекле яҡташтары менән билдәле булыуын беләбеҙ. Хәҙер был сиратҡа Юрий Шатунов өҫтәлә. Тыуған яҡтың тарихына битараф булмаған кешеләр ярҙамында Юрий Шатуновтың тамырҙары беҙҙең районда башланғанлығы асыҡланды. Был фаразды шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеүсе Геннадий Шарановтан булған мәғлүмәттәр менән сағыштырҙыҡ, – тип хәбәр итте Борис Мелкоедов. Ул шулай уҡ Юрий Шатунов башҡарған йырҙар күңелгә ятыуы һәм моңло булыуы менән генә сикләнмәй, тип белдерҙе. - Ысынында Юрий Шатуновтың йырҙары күңелгә яҡын, улар бер кемде лә битараф ҡалдырмай һәм айырым йылылыҡ тарата. Мәғәнәләренең береһе лә юҡҡа түгел. Йылайыр (Йылы йыр) - йылы йыр. Бында таланттар тыуа, моң-йырҙар ҙа үҙенсәлекле яңғырай, - тип хәбәр итте Борис Мелкоедов. Хәтерегеҙгә төшөрә

Билдәле йырсы һәм музыкант Юрий Шатуновтың тамырҙары Йылайыр районында башлана. Был хаҡта Йылайыр район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, был фактты асыҡларға урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәр ярҙам иткән. – Йылайыр районының күренекле яҡташтары менән билдәле булыуын беләбеҙ. Хәҙер был сиратҡа Юрий Шатунов өҫтәлә. Тыуған яҡтың тарихына битараф булмаған кешеләр ярҙамында Юрий Шатуновтың тамырҙары беҙҙең районда башланғанлығы асыҡланды. Был фаразды шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеүсе Геннадий Шарановтан булған мәғлүмәттәр менән сағыштырҙыҡ, – тип хәбәр итте Борис Мелкоедов. Ул шулай уҡ Юрий Шатунов башҡарған йырҙар күңелгә ятыуы һәм моңло булыуы менән генә сикләнмәй, тип белдерҙе. - Ысынында Юрий Шатуновтың йырҙары күңелгә яҡын, улар бер кемде лә битараф ҡалдырмай һәм айырым йылылыҡ тарата. Мәғәнәләренең береһе лә юҡҡа түгел. Йылайыр (Йылы йыр) - йылы йыр. Бында таланттар тыуа, моң-йырҙар ҙа үҙенсәлекле яңғырай, - тип хәбәр итте Борис Мелкоедов. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1990-сы йылдарҙа популяр булған “Ласковый май” төркөмө солисы 2022 йылдың июнендә 50 йәшендә генә инфаркттан вафат булды. Уның яҙмышы ябай булмай – балалар йортонда тәрбиәләнә. 1982-1984 йылдарҙа Юрий Шатунов Күмертау мәктәбендә белем алған. Ул саҡта уҡыу йорто Ю.А. Гагарин исемендәге 2-се мәктәп-интернат тип йөрөтөлгән, әлеге ваҡытта был уҡыу учреждениеһы республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты тип атала. Гимназияға таҡтаташ ҡуйыу идеяһын Мәскәү фанаттары тәҡдим иткән. Артистың һүрәте төшөрөлгән мемориаль таҡтаташты Новосибирскиҙа эшләгәндәр. Күмертауҙа 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатындағы музыка кабинеты уның исемен йөрөтә. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://t.me/bashkiria_ru/11473