Миәкә районының Илсеғол ауылында йәшәүсе Әлиә менән Марсель тәүҙә ситкә сығып китһәләр ҙә, ят тарафтарҙы үҙ итмәй күңелдәре, тыуған ауылдарына тартыла. Себерҙәге донъялары, эштәре яйға һалынһа ла Илсеғолға ҡайтып яңы тормош башлайҙар. Тыуған ереңдә лә матур итеп йәшәүҙең өлгөһөн күрһәтәләр, тормош мәшәҡәттәренә зарланмай, матур итеп балалар тәрбиәләйҙәр. Өлкән ҡыҙҙары Диана – X класта уҡый, уртансылары Элина быйыл I-сегә барған, кеселәре Айлина бер йәшлек. Икеһе лә Илсеғолдоҡо Йәнтүриндар, ауылға ҡайтырбыҙ тигән хыял да тәүҙән үк булғанға, Себерҙә йәшәгән мәлдә үк йорт һала башлайҙар. Яйлап мал ҡураһы, гараж да барлыҡҡа килә. Хатта төрлө емеш ағастарын-ҡыуаҡтарын да улар үҙҙәре ҡайтҡансы уҡ ултыртып ҡуя. – Атай-әсәй , туғандар эргәһенә ҡайтып улар менән бергәләп йәшәйһе килде. Беҙ ҡайтҡанда атайым да иҫән ине әле. Беҙҙең ауылға ҡайтыуға ул бик шатланды. Бер туған апайҙарым ауылда төпләнгәс, мине лә ҡайтараһы килә ине. Ауылда эш күп икәнлеген белә инек, ауырлыҡтар ҙа ҡурҡытманы. Ипт
Йәш ғаилә Себерҙән ауылға ҡайтып малсылыҡҡа тотона
29 октября 202329 окт 2023
1 мин