Йәйге, эш күп ваҡытта барыһына ла өлгөрөп булмай. Шулай ҙа йәшелсә- емеш кенә түгел, япраҡтарын да ҡышҡылыҡҡа һаҡлайһы килә. Ишембай районының Ишәй ауылынан Рузалия Ниғмәтуллина йәйен ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтарын йыйып туңдырғысҡа һалып ҡуйған да, әле ит үткәргес аша үткәреп, бер өлөшөн духовкала, бер өлөшөн бүлмәлә киптереп бик тәмле сәй әҙерләгән. -Йәй ҡул теймәгәйне, әле шуны эшкәртеп алдым. Һыуытҡыста туңдырыу бик уңайлы икән. Япраҡтарҙың хуш еҫе йәйҙе хәтерләтте. Сәйгә тәм өҫтәп кенә ҡалмай, файҙалы ла, - ти Рузалия апай. Кемдәр йәйҙән сәйгә япраҡтар йыйып өлгөргән, әле уларҙы эсер мәл етте. Фото: Рузалия Ниғмәтуллинаныҡы.