Беҙ Рөстәм Нәбиевтең көслө рухлы булыуына күнегеп тә бөттөк, буғай. Уның әле бер, әле икенсе тауҙы яулауына өйрәндек тә инде. Ә был юлы ул ҡатыны Индира менән үҙҙәрен яңы өлкәлә һынап ҡарамаҡсы. Улар магазин асырға ниәтләнә. "Беҙ магазинды WB-та асырға теләйбеҙ. Хәҙер был бик актуаль һәм беҙ үҙебеҙҙе һынап ҡарарға булдыҡ. Мин инде нисек тә ипотеканы ябып, һәр миҙгелдән ләззәтләнеп йәшәргә теләйем! Киләһе өс аҙна эсендә бөтә системаны тулыһынса өйрәнергә һәм тауарҙарҙы WB-ға сығарырға уйлайбыҙ. Бының өсөн беҙ айырым канал булдырҙыҡ һәм унда барыһын да һөйләйәсәкбеҙ. Хатта уңышһыҙлыҡтар һәм хаталар тураһында ла. Ләкин улар булмаҫ тип ышанам", - тип яҙған Рөстәм. Эштәрегеҙ уң булһын, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Фото: Р. Нәбиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.