Найти тему
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров стратегик сессия үткәрҙе

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн, 28 октябрҙә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2030 йылға тиклем төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә арналған стратегик сессия үткәрҙе. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, ведомство етәкселәре, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, Башҡортостан Хөкүмәте идаралығы начальниктары ҡатнашты. – Ҡайҙа барырға, ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк биреүҙе аңлау йәһәтенән беҙ республиканың киләсәкке үҫешенә аныҡ күҙаллауҙар индерергә тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Республиканың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре бөгөн насар түгел. Беҙ бергә һәм ижади ҡарашта Башҡортостан-2030 стратегияһынын төҙөүҙе башларға тейешбеҙ. Һәм шуныһы мөһим: 2030 йылда республика халҡы ғорурланырлыҡ проекттарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.