Бөгөн Хәйбулла халҡы батыр улдарының береһен - Яковлевка ауылында махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған Илгиз Рәжәповты һуңғы юлға оҙатты. Уға ни бары 31 йәш генә ине... Илгиз Юнир улы Рәжәпов 1992 йылдың 8 июлендә тыуған. Сибай политехник колледжында белем алған, әрмелә Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Хеҙмәт юлын тау сәнәғәте менән бәйләгән. Быйыл июль айында контракт төҙөп махсус хәрби операция зонаһына киткән. Унда ул парашют-десант батальонының ут менән ярҙам итеү пулемет отделениеһының расчет номеры булып хеҙмәт иткән. Һулышының һуңғы минутына тиклем биргән антына тоғро ҡалып, батырҙарса һәләк булған. Йәш егеттең ваҡытһыҙ һәләк булыуына хатта тәбиғәт тә һыҡтаны: үҙенең ап-аҡ ҡары менән яугирҙең ҡәберен ҡапланы. Яугирҙең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бәхил бул, Хәйбулланың батыр улы! Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.