Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 27-29 октябрҙа Түбәнге Новгородта “Рәсәй лидерҙары” бишенсе конкурсының округ финалы үтә. Унда Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 400-ҙән ашыу конкурсант ҡатнаша, Уларҙың барыһы ла дистацион этапты уңышлы үткән. Улар араһында Башҡортостандан 44 вәкил бар. Конкурста ҡатнашыу өсөн бөтәһе 24 меңдән ашыу ғариза килгән. Финалда ҡатнашыусылар араһында 67,5 процент ир-егеттәр һәм 32,5 проценты ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. Уларҙың уртаса йәше – 37 йәш. Бөгөн финал асылды һәм конкурс саралары башланды. Эксперттар ҡатнашыусыларҙың идара итеү ролендә үҙҙәрен нисек күрһәтә алыуын баһалай. Конкурс иртәгә, 29 октябрҙә, тамамлана. Еңеүселәрҙе билдәләү һәм ҡотлау тантанаһы Түбәнге Новгородтың Йәштәр театрында уҙасаҡ. “Рәсәй лидерҙары” конкурсы 2017 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса үткәрелә. 2023 йылда проектың бишенсе миҙгеле старт алды. Конкурста ҡатнашыу өсөн донъяның 150 иленән бер миллиондан ашыу ғариза бирелгән. Башҡортостан данын яҡлап ҡатнашҡан егет һәм ҡыҙҙарға уңыштар теләйбеҙ! Улар менән ғорурланабыҙ! Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан