Найти тему
Башҡортостан гәзите

Үтәгәндәр һалдаттарға һарымһаҡ әҙерләгән

Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында ҡабаҡ ҡына түгел, һарымһаҡ та һәйбәт үҫә. Көҙҙөң йыш һалҡын тейгән, вирустарҙың әүҙемләшкән миҙгел икәнен һәйбәт беләбеҙ. Иммун системаһы ярҙамға мохтаж булыуын аңлап, Үтәгәндәр был файҙалы йәшелсәне яҙ күпләп ултыртҡан. Йәй буйы уны тәрбиәләгәндәр, көҙгөһөн мул уңыш йыйғандар. Был башланғысты ойоштороусылар 40 килограмдан ашыу һарымһаҡты сираттағы гуманитар автоколонна составында махсус хәрби операция зонаһына ебәрәсәк. "Айыҡ ауыл" республика конкурсының муниципаль этабы башланғандан алып Үтәгән ауылы халҡы тиҫтәләгән саралар ойоштороуға һәм үткәреүгә өлгәшә, уларҙың төп маҡсаты — халыҡты даими сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү. Әммә уларҙың эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып элеккесә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам тора. Сентябрҙә ауыл биләмәһенән 13 кеше хәрби хеҙмәткә киткән. Һалдаттарға көҙөн һарымһаҡ кәрәгерен тоҫмаллап, яҙын һөйәшеп ҡуйғайныҡ. Шуға ла һәр кем хужалығында күберәк итеп был йәшелсәне ултыртты. Үтәгән ауылы халҡы хәстәрлек менән үҫтергән һарымһаҡ һалдаттарға ярҙам итер тигән өмөттә ҡалабыҙ! Ауырымағыҙ, егеттәр, - тип сәләм еткерә ауыл старостаһы Дилара Хоҙайғолова. Фото Дилара Хоҙайғолованың архивынан алынды.