Хәйбулла районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Наил Байғусҡаров белдереүенсә, сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Марат Булатов үҙ проектын тәҡдим иткән. Уфимка ауылынан фермер Марат Булатов “Уфимский+” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәксеһе. Ул оҙаҡ йылдар үҫемлекселек менән шөғөлләнә, шулай уҡ ит йүнәлешендәге малсылыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Быйыл фермер мал аҙығын әҙерләүҙе тиҙләтеү һәм сифатлы башҡарыу маҡсатында өр-яңы бесәнде рулонға йыйыу агрегаты һатып алған. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Марат Булатовҡа ярҙам итеү юлдары тәҡдим ителгән. Киләсәктә фермер үҙ хужалығын киңәйтеү буйынса ла эш башлаған. Билдәле булыуынса “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә үҙ эшен асҡан йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә, бизнес-проекттары өйрәнелә. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Наил Байғусҡаровтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән