"Маш-Баташ” телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров спектакль ваҡытында сәхнәнән ҡолаған. Һөҙөмтә аяныслы – ул танауын һәм теш һөйәген һындырған... әммә уйнауын дауам иткән. Был хәл ялдарҙа Илеш районында булған. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Үрге Йәркәйҙә күптәр яратҡан “Бәхет хаҡы” спектакле менән сығыш яһаған. Унда төп ролде Фидан Ғафаров башҡара һәм кешеләр башлыса уны ҡарар өсөн йөрөй. Тик бына спектакль ваҡытында ул яңылыш баҫҡан һәм ҡолаған. Артист әйтеүенсә, ҡараңғы булған. Әммә ул бер нәмә лә булмағандай торған һәм уйнауын дауам иткән. Аҙаҡ ҡына уның танауы, теш һөйәге һынғанлығы асыҡланған. Башы йәрәхәтләнгән. Тамаша бөтөү менән уны ашығыс ярҙам машинаһында Өфөгә алып киткәндәр. Әле уның хәле яҡшы, дауаланыуын дауам итә тип хәбәр ителә. Яратҡан артисыбыҙға һаулыҡ теләйбеҙ. Оҙаҡ йылдар беҙҙе сәхнә аша ҡыуандырһын! Фото: gorsovet-ufa.ru