Найти тему
Башҡортостан гәзите

Китапхана һоҡландырҙы

Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылының үҙәк моделле китапханаһына республиканың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Гөлнара Сәхәбүтдинова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Антон Матренин, профессор, филология фәндәре докторы, “Башҡортостан Фәндәр академияһы”ның Стратегик тикшеренеүҙәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре Луиза Сәмситова, Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин килде. Абруйлы ҡунаҡтар өсөн китапхана буйлап экскурсия ойошторолдо. “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында быйыл үҙәк китапхана фонды 1,5 мең данаға байыны. Китапханала ял итеү һәм белем биреү, осрашыуҙар һәм ижад итеү, заманса мәғлүмәт технологияларына инеү зоналары менән файҙаланыусыларҙың бөтә категориялары өсөн заманса уңайлы киңлек булдырылған. Директор Людмила Худякова яңыртылған китапхана һәм һатып алынған ҡорамалдар хаҡында һөйләне, музей-күргәҙмә комплексы менән таныштырҙы, “Башҡортостандың рус мәҙәниәте” үҙенсәлекле һанлы крайҙы өйрәнеү ресурсының презентацияһын үткәрҙе. Экскурсия барышында ҡунаҡтарға ғаилә студияһы, балалар уҡыуы һәм ижады биләмәһе, китап уҡыуҙың универсаль залы, интеллектуаль үҫеш үҙәге, электрон уҡыу залы, ижади студия, “Тәме булған тарих” ҡунаҡ бүлмәһе күрһәтелде. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Балаҡатай районы хакимиәте.