Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яраттар селтәр үрә

Баймаҡ районы Ярат урта мәктәбе директоры Миләүшә Юлдашбаеваға элекке уҡыусыһы, әлеге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егет мөрәжәғәт итеп, маскировка селтәре бик күп кәрәк булыуын белгертә. Миләүшә Азамат ҡыҙы был мәсьәләне нисек хәл итә. Был хаҡта ул үҙе "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә яҙған. "Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙ минең егеттәребеҙгә ярҙамға сеткалар үреү эшен ойоштора башлағанды беләһегеҙ инде. Кәрәкле күләмдә аҡса йыйып, заказ биргәнсе, ул заказдар килеп еткәнсе байтаҡ ваҡыт үтеп тә китте. Һәм бөгөн, ниһайәт, әҙерлек эштәрен тамамлап, маскировкалау селтәрҙәре үрергә тотондоҡ.Беҙгә Межгорье ҡалаһынан волонтер Әлфиә Явгастина килеп етте. Ул бик егәрле ҡатын булып сыҡты. Арымай- талмай, сетка үреүҙең бөтә серҙәренә төшөндөрөргә тырышты.Ошо бөгөнгө сараға килгән ауылдаштарыбыҙға, ир- егеттәребеҙгә, ҡатын- ҡыҙҙарға оло рәхмәтемде еткерәм. Өлкәнмен тип тормай, ярҙамға килгән пенсионер апайҙарға ла ҙур рәхмәт.Барыбыҙ ҙа һау һәм бәхетле булайыҡ.Шулай уҡ, егеттәребеҙгә ярҙам өсөн аҡса йыйыу эше дауам итә. Кемдәрҙең мөмкинселеге килеп сыҡҡан, яйлап ҡына аҡса күсерә тороғоҙ. Тиҙҙән ҡышҡы камуфляждар менән эш башлайбыҙ. Әлегә көҙгө варианттар менән эшләй торабыҙ", -ти яҙа Миләүшә Азамат ҡыҙы. Күмәкләгән - яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле лә. Яраттарҙың изге эшенә башҡалар ҙа ҡушылыр, тигән өмөттә ҡалайыҡ. Фото һәм видео: Миләүшә Юлдашбаева.