Башҡортостаныбыҙҙың һәр төбәге үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ. Баш ҡалабыҙҙан артыҡ йыраҡ урынлашмаған Ғафури районы иһә үҙенең уңған, егәрле халҡы менән дан тота. Өҫтәүенә, бында тәбиғәт тә таң ҡалырлыҡ! Еҙем, Егән һәм Көгөш (Усолка) йылғалары ғына үҙе ни тора! Хатта Аҡкүл, Красноусол минераль һыуҙар, Сәйетбаба ауылы эргәһендәге сәтләүек ҡыуаҡлыҡтары, Еҙем йылғаһының урта ағымындағы шыршылыҡтар тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән. Тағы Ғафури районында республикабыҙҙың иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбаба урынлашҡан. Бындағы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы, "Асанай" халыҡ фольклор ансамбле һәм "Сәйетбаба" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ағзалары күмәкләшеп һоҡланғыс эштәр башҡара, бер-береһенә дәрт-дарман өҫтәп, халҡыбыҙға мәҙәни нур тарата. Сәйетбабаларҙың уңғанлығына, сәмселлегенә иһә таң ҡалырлыҡ! Һәр йәһәттән улар тырыш. Ошо көндәрҙә ауылдың “Асанай” халыҡ ансамбленең “Ашҡаҙар таңдары” конкурсында еңеп сығыуы – быға асыҡ дәлил. Улар ҡайҙа ғына сығыш яһамаған да ниндәй генә алҡыштарға күмелмәгән! Дөңгөр, думбыра, шалтырауыҡ, ҡылҡумыҙ, быҙыбыт һәм башҡа милли музыка ҡоралдарында уйнап, күп халыҡты хайран ҡалдырғандар. Ә төркөм етәксеһе – Гәүһәр Байбулдина. Ансамбль исеменә килгәндә, Асанай – Сәйетбаба ауылы эргәһендәге сабынлыҡ исеме. Был һүҙ күптәргә ят күренһә лә, ул төрки халыҡтарҙа ир-егет исеме булараҡ таралған. Ансамбль башҡорт халҡының йолаларын, этно-мәҙәни үҙенсәлектәрен сағылдырған йыр-бейеүҙәр менән сығыш яһай. Сәйетбабалар төбәктә сыҡҡан йолаларҙың, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең иң аҫыл өлгөләрен, халыҡ йырҙарын, урындағы халыҡ сығарған таҡмаҡтарҙы тамашасы иғтибарына сығарыусы, районда “халыҡ” исемен йөрөткән беренсе фольклор ансамбле. Улар Төркиәнең Анкара ҡалаһында, Рәсәйҙең Мәскәү, Санкт-Петербург, Владимир ҡалаларында, Һарытау өлкәһендә, Татарстанда, Сыуашстанда фольклор байрамдарында, һабантуйҙарҙа ҡатнашҡан. Бер йылы Илеш районында уҙған “Ауаз” күп жанрлы фольклор фестивалендә булып, “Алпамыша” ҡобайыры менән беренсе дәрәжә диплом яуланылар. Ансамблдең төп композиторы, музыканты һәм ҡурай, думбыра, ҡумыҙ, дөңгөр кеүек музыка ҡоралдарын эшләү оҫтаһы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғафури районындағы талантлы династия вәкиле Илһам Байбулдин. Ул бер нисә йыл элек “Рәсәй күңеле” премияһы менән “Йолаға әүерелгән халыҡ мәҙәниәте” номинацияһында бүләкләнгәйне. “Асанай”ҙар Илһам Байбулдин ижад иткән “Аласыбар” көйөн халыҡ музыка ҡоралдарында уйнай, халҡыбыҙҙың мәшһүр дастандарын халыҡ иғтибарына еткерә. Афарин, “Асанай”ҙар! Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткәрелгән VI “Ашҡаҙар таңдары” республика башҡорт фольклоры байрамында Башҡортостандан, күрше Ырымбур өлкәһенән 347 вәкил, 24 фольклор коллективы ҡатнашҡан сарала ҙур еңеүгә өлгәштегеҙ – йәнә иң яҡшы халыҡ ансамбле тип танылдығыҙ. Иглин районынан “Аҡ тирмә” башҡорт фольклор коллективы – 16 йәшкә тиклемгеләр, Стәрлетамаҡтан “Йөрәктау” халыҡ фольклор ансамбле араһында 16 йәштән өлкәндәр араһында I дәрәжә лауреат тип танылды. 17 йыл эсендә был бәйге Стәрлетамаҡ ҡалаһының үҙенсәлекле брендына әүерелде һәм ул республикабыҙ һәләттәрен асыуы менән мәртәбәле. Фотолар: vk.com/zvezdagafuri