Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөтәһе лә ярҙам аласаҡ

Туймазы районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте. Бындай форматтағы кәңәшмәләр үткәреү “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Кәңәшмәлә үҙ проекттарын тәҡдим иткән эшҡыуарҙар ҡатнашты. Шәхси эшҡыуар Рим Хуззятов Октябрьский – Туймазы юлында юл буйы сервисы объектын төҙөү буйынса пландары хаҡында һөйләне. Әлеге ваҡытта төҙөлөш-монтаж эштәре алып барыла. Социаль эшҡыуар Гөлнара Сиражетдинова реабилитациялау үҙәген асыу проектын тәҡдим итте. Ул граждандарға организмды тергеҙеү буйынса ярҙам күрһәтергә ниәтләй. Предприятиеның социаль статусы бар һәм ул грант алыусы булып тора. Әлеге ваҡытта Гөлнара Сиражетдинова массаж хеҙмәттәрен күрһәтә. Регина Кариева ҡатын-ҡыҙҙар фитнес-студияһын ойошторорға ниәтләй. Быйыл ул эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға социаль эшҡыуар булараҡ 500 мең һум күләмендәге грант алды. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа дәүләт ярҙамы саралары менән ҡыҙыҡһынды. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Туймазы районы хакимиәте.