Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ишле ғаиләгә – ишле бәхет!

Благовар районының Самарин ауылында йәшәүсе Оксана һәм Марат Бакбергеновтар ғаиләһендә унынсы сабый донъяға килде, тип хәбәр итә “Благовар хәбәрҙәре”. Ауылдаштары оло ғаилә ағзаларын, атай менән әсәйҙе ҙур шатлыҡтары менән ҡотлап, социаль селтәрҙә мөхәббәт һәм һаулыҡ теләгән. Ишле балалар яуаплылыҡ, хәстәрлек талап итеүҙән тыш, күпме бәхетле минуттар, ҡиммәтле мәлдәр бүләк итә. “Бик асыҡ йөҙлө, изге күңелле кешеләр!”– тип һоҡланған берәүҙәр. “Балалары ла бына тигән! Ҙур ғаилә – ҙур байлыҡ!”– тип шатлыҡтарын уртаҡлашҡан икенселәр. Шағирә Рәсимә Ураҡсинаның шиғыры тап ошо ғаиләгә атап әйтелгәндәй: “Мине бында яраталар, Мине бында көтәләр, Оҙаҡ-оҙаҡ уйнап китһәм, Борсолошоп бөтәләр. Беҙ бөтәбеҙ бергә - "беҙ", Шуға күрә бергәбеҙ. Шатлыҡ, бәхет менән үҫеп, Бергә-бергә берегәбеҙ. Ғаиләнең усағы - Атам-әсәм ҡосағы!” Фото:”Благовар хәбәрҙәре”.