Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Урманға барһам, ҡулда гел бысаҡ. Ҡурҡам..."

Борай районында тыуып Тәтешлелә үҫкән, хәҙер ситтә йәшәгән Ирина Хәмиҙуллина бәшмәк йыйырға ярата. Ә быйыл бәшмәк күп булды. Уның урман, айыу-бүре, ҡасҡындар тураһындағы яҙмаһын уҡыуы ҡыҙыҡ булыр, моғайын. "Айыуҙан ҡурҡмайһығыҙмы әллә һеҙ?" тигән һорауға яуап: ҡурҡа-а-а-а-аа-а-м!!! Ватсапта Башҡортостанда булған ҡурҡыныс хәлдәр тураһында фотолар йөрөй. Ҡарарға ҡурҡыта... Эйе, урман йәнлекһеҙ булмай. Бигерәк тә тыуған яғым Башҡортостандағы кеүек тайгаға барып тоташа торған 100-200-әр саҡрымға һуҙылғандары... Хәҙерге аҡылым булһа, ул урмандарға аяҡ та баҫмаҫ инем. Вк-төркөмөндә минең бергә уйнап үҫкән, шул ҡара урмандарҙа йөрөгән дуҫтарым да бар. Ирина, Сирина, Зифинә, бала саҡ дуҫтарым, беҙҙе Аллаһ һаҡлағандыр ул яҡтарҙа йөрөгәндә. 70 йәшлек өләсәйем, күрше Йәмиға әбейгә эйәреп йөрөгән саҡтарымды иҫкә төшөрәм... Ҡарурман уртаһында Рәлде тигән ауылға (хәҙер ул юҡтыр инде) барып етә яҙа инек. Урман эсе ҡап-ҡараңғы, шыҡһыҙ бейек ҡарағайҙар, ҡырмыҫҡа иләүҙәрендә ҙур-ҙур айыу эҙҙәре, ул шул

Борай районында тыуып Тәтешлелә үҫкән, хәҙер ситтә йәшәгән Ирина Хәмиҙуллина бәшмәк йыйырға ярата. Ә быйыл бәшмәк күп булды. Уның урман, айыу-бүре, ҡасҡындар тураһындағы яҙмаһын уҡыуы ҡыҙыҡ булыр, моғайын. "Айыуҙан ҡурҡмайһығыҙмы әллә һеҙ?" тигән һорауға яуап: ҡурҡа-а-а-а-аа-а-м!!! Ватсапта Башҡортостанда булған ҡурҡыныс хәлдәр тураһында фотолар йөрөй. Ҡарарға ҡурҡыта... Эйе, урман йәнлекһеҙ булмай. Бигерәк тә тыуған яғым Башҡортостандағы кеүек тайгаға барып тоташа торған 100-200-әр саҡрымға һуҙылғандары... Хәҙерге аҡылым булһа, ул урмандарға аяҡ та баҫмаҫ инем. Вк-төркөмөндә минең бергә уйнап үҫкән, шул ҡара урмандарҙа йөрөгән дуҫтарым да бар. Ирина, Сирина, Зифинә, бала саҡ дуҫтарым, беҙҙе Аллаһ һаҡлағандыр ул яҡтарҙа йөрөгәндә. 70 йәшлек өләсәйем, күрше Йәмиға әбейгә эйәреп йөрөгән саҡтарымды иҫкә төшөрәм... Ҡарурман уртаһында Рәлде тигән ауылға (хәҙер ул юҡтыр инде) барып етә яҙа инек. Урман эсе ҡап-ҡараңғы, шыҡһыҙ бейек ҡарағайҙар, ҡырмыҫҡа иләүҙәрендә ҙур-ҙур айыу эҙҙәре, ул шул ояларҙы туҙҙырып ташлаған, йомортҡалары менән туҡлана, ти ине өләсәй... Беҙҙең яҡта бүре, айыу күрмәгән кеше һирәктер. Күрше Зәки ағайҙарҙың иҫке өйҙәренә айыу килеп, тәҙрәләренән ҡарап торғас, ағай, таяҡ башына соляркаға манып алған сепрәк урап, факел ҡабыҙып, беҙҙе, урам балаларын, айыу ҡыуырға алып сыҡҡайны. Вағыраҡтар арттан сабабыҙ... Айыуға барып төртөлһәң дә, бер нимә күренмәгән ҡараңғы төн ине ул... Бүреләр менән осрашыу ҙа булды. Класташтар менән ҡышын күрше ауылдан ҡайтҡанда йәнәшәбеҙҙән тиерлек бер көтөү бүре оҙатып барҙы. Яҡынлашманылар. Беҙ ҙә күп, улар ҙа биш-етәү тирәһе... Ни эшләптер, айыу-бүрегә ҡарағанда ҡасҡындарҙан нығыраҡ ҡурҡа инек. Урманға барабыҙ, тиһәм, өләсәйҙең беренсе һүҙе: "Юлығыҙға ҡасҡы сыҡмаһын". Пермь, Екатеринбург яҡтарында төрмәләр күп, урмандар ҡалын, бер осо беҙгә килеп тоташа. Төрмәнән ҡасыусыларҙы "ҡасҡы" тиҙәр ине. Ике тапҡыр осраша яҙып ҡалғаным булды. Береһендә ул беҙҙе күрергә лә өлгөрмәне, Бүде урманында түңгәккә ултырып, аяғына силғау урай ине. Өҫтөндә йыртылып бөткән фуфайка-телогрейка. Ауылға ҡәҙәр саптыҡ... Икенсеһендә беҙ өләсәй менән арттараҡ ҡалған инек, күрше әбей ейәне менән өҫтөнә барып сыҡҡан. Ҡасҡын бер бураҙнала һуҙылып ятҡан. Ыҫылдап: "Һеҙ мине күрмәнегеҙ", - тигән. Ҡайҙан инде унда еләк йыйыу ҡайғыһы... Хәҙер, 57 йәшемдә, әлеге әрәмәлек кеүек урмандарҙан нығыраҡ та ҡурҡам. Ҡабандан да, мышы-боландан да, йыландан да. Биш көн элек ирем менән бәшмәккә барғанда ла ҡабан мығырҙаны бит! Башым вентилятор кеүек әйләнә, үҙем машинаға ҡарай сабам... Марат: "Ҡайҙа сабаһың, борғоланма, тура ғына бар, арттан ҡыумай бит!" - ти. Һы, арттан ҡыуһа, ҡурҡыуҙан шунда йығылып үләм дә мин! Ирем, кеше ышанмаҫлыҡты дөрөҫ булһа ла һөйләмә, тип, уҙған йылда күргән бүрене лә һөйләттермәне. Ҡарт, яңғыҙ бүре ине. Йәлләнем дә үҙен. Ул мине йәлләр инеме икән... Ҡулда гел бысаҡ... Әле урманға барыр алдынан сарлап алам". Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/id215206489