Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңы үрҙәр, оло еңеүҙәр алда әле

Йыл һайын Башҡортостанда спорт өлкәһен финанслау артҡандан-арта. 2018 йылда был маҡсатта 4,4 миллиард һум аҡса бүленгән, быйыл был сумма 8,8 миллиард һум тәшкил итә. Беҙҙә ике миллион кеше даими рәүештә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнә. Был – республикалағы халыҡтың 56,1 проценты. Биш йыл элек был һан 42,6 процент тәшкил итә ине. Рәсәйҙә спорт ҡоролмалары һаны буйынса ла Башҡортостан, Мәскәүҙән ҡала, алдынғы урындарҙың береһен – икенсе баҫҡысты – биләй. Ә 2019 йылда милли спорт премияһы йомғаҡтары буйынса республика физкультураны һәм спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды. 2010 – 2018 йылдарҙа республикабыҙҙа 1729 спорт объекты сафҡа индерелгән. Һуңғы биш йылда был күрһәткестәр артты һәм 1401 объект тәшкил итте. Башгҡортостан ҡалаларында һәм райондарында спорт объекттарының төҙөлөүе һәм яңыртылыуы сәләмәт тормош алып барыусылар һанының артыуына ла булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районында 177 спорт ҡоролмаһы бар. Йыл һайын районда 200-ҙән ашыу спорт сараһы үткәрелә. Төбәктә балалар һәм йәштәр араһында зыянлы ғәҙәттәрҙе булдырмауҙың, сәләмәт тормош алып барыуҙың һәр кем өсөн мөһим икәнлеген аңлатыу буйынса етди эш алып барыла. Ә бының өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Район үҙәгендә спорт мәктәбе, физкультура-һауыҡтырыу һәм спорт-һауыҡтырыу комплекстары эшләп килә. Бында, балалар һәм үҫмерҙәр менән бер рәттән, ололар ҙа төрлө спорт уйындарына йәлеп ителә. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлегенә Руслан Хәйертдинов (һүрәттә. – автор) етәкселек итә. – Әле Ҡырмыҫҡалы районында спорттың 20 төрө ныҡлап үҫешә. Беҙҙә бигерәк тә футбол, волейбол, хоккей, лапта менән яратып шөғөлләнәләр. Тағы көрәш, өҫтәл теннисы, тхэквондо менән мауығыусылар күп. Спорттың милли төрҙәре – көрәш, уҡ атыу, ат сабыштары үҫешенә айырым иғтибар бүленә. Йыл һайын һабантуйҙарҙа был спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәрелә. Тағы һыбайлыларыбыҙ “Терра-Башҡортостан” ат спорты турнирында даими ҡатнаша, - тип белдерҙе Руслан Илдус улы. Ҡырмыҫҡалы ауылдындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексында ГТО (Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!) комплексы үҙәге уңышлы эшләй. “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” республика спорт һәм мәғариф проектын ғәмәлгә индереү буйынса ла бында әүҙем эш алып барыла. Быйыл, был проектҡа ярашлы, Һәүәләй, Ефремкин, Ҡырмыҫҡалы ауылындағы Чугункин исемендәге мәктәптәрҙә һәм Ҡырмыҫҡалы ауылындағы гимназияла спорт-һауыҡтырыу йүнәлешендәге беренсе махсус кластар асылды. Ғөмүмән, проект Ҡырмыҫҡалы районының 12 мәктәбендә тормошҡа ашырыла, 22 башланғыс класс – 498 уҡыусы – йәлеп ителгән. Ҡырмыҫҡалы районының спорт тармағы тарихы бай ғына. Йыл һайын төрлө ҡаҙаныштарға өлгәшәләр. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылынан Марат Хәсәнов биш йәшендә йәрәхәтләнә һәм оҙаҡ йылдар дауалана. XI класты тамамлағандан һуң, егет Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Тап унда Марат пауэрлифтинг менән шөғөлләнә башлай. Беренсе күнекмәнән һуң уҡ ошо спорт төрө оҡшай. “Пауэрлифтинг тураһында урамда осраған кешеләр һөйләгәйне. Шулай итеп, 2012 йылда көтмәгәндә әйтелгән тәҡдим буйынса күнекмәгә барырға ҡарар иттем”, – ти ул хәҙер, шул осорҙағы хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә алып. Бөгөн Марат Хәсәнов –ошо спорт төрө буйынса Рәсәйҙең Паралимпия уйындары буйынса йыйылма командаһы лидерҙарының береһе. Ул – спорт мастеры. Яҡын арала егеткә 49 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә халыҡ-ара класлы спорт мастеры исемен бирәсәктәр. Тағы шуны әйтергә кәрәк, Марат Айрат улы Башҡортостандағы ошо уҡ ауырлыҡ үлсәмендәге спортсыларҙан беренсе булып халыҡ-ара класлы спортсы нормативтарын үтәгән. Ул күп тапҡыр Рәсәй чемпионаттарында көмөш миҙал яулаған. Бынан тыш, Ҡырмыҫҡалы егете – пауэрлифтинг буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа көмөш миҙал хужаһы. Ә рейтинг буйынса ул – туғыҙынсы урында. Мараттың ихтыяр көсөнә, тырышлығына таң ҡалырлыҡ! Ҡырмыҫҡалы районынан тағы Арсен Мкртчян тхэквондо буйынса “Рәсәй йәшлеге” Бөтә Рәсәй ярыштарында икенсе урын яуланы. Ошо уҡ спорт төрө буйынса Солтан Алаҡаев, Азамат Ғәҙелшин, Руслан Вәлиев Волга буйы федераль округында үткәрелгән ярштарҙа беренсе урынға лайыҡ булғайны... Руслан Хәйертдинов ниндәй генә вазифа биләһә лә, ваҡыты ни тиклем тар булһа ла, футболды бер ҙә ташламай, һаман да район командаһында уйнауын дауам итә. Тормошон ул физкультура менән спорттан тыш күҙ алдына килтерә алмай. Руслан Илдус улы бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған, 2017 йылда уға “Башҡортостан Мәғариф министрлығының футбол буйынса иң яҡшы тренеры” исеме бирелгән. Тап бына ошондай үҙ эшен яратып башҡарғандар ҙур уңыштарға өлгәшә лә инде. Әйткәндәй, беҙҙә тренерҙарға – остаздарға – барлыҡ кимәлдә ярҙам итеүҙең комплекслы системаһы булдырылған. Был йәһәттән Башҡортостан – Рәсәйҙең 2020 йылдан “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырылған беренсе төбәге. Ул республика райондарына белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн барлыҡҡа килгән. Был проект нигеҙендә 104 тренер 600-әр мең һум аҡса алды. Хәҙер был тәжрибә Рәсәйҙең 24 төбәгендә ҡулланыла. 2023 йылдан түләүҙәр 1 миллион һум тәшкил итә. Бынан тыш, спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына өлгәшелгән һөҙөмтәләре өсөн матди дәртләндереү ҡаралған. Ҡыҙҙар һәм егеттәр спорт менән кинәнеп шөғөлләнһен, маҡсаттарын бойомға ашырһын, тренерҙар тәрбиәләнеүселәрен процесҡа йәлеп итһен һәм һөҙөмтәләр тағы ла яҡшырһын өсөн үҙенсәлекле конкурс та үткәрелә. Быларҙың барыһы ла спорт тармағының үҫешенә булышлыҡ итмәй ҡалмай, әлбиттә. Быйыл республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Спорт министрлығының һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштары шулай бик тос. Яңынан-яңы үрҙәр, оло еңеүҙәр алда әле, тип яшанабыҙ.