III халыҡ-ара төҙөлөш чемпионаты финалы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Сара 17 – 20 октябрҙә Санкт-Петербургтағы “Экспофорум” конгресс-күргәҙмәләр үҙәгендә үткәрелә. Быйылғы чемпионаттың маҡсаттары – эш һөнәрҙәрен популярлаштырыу, төҙөлөш тармағында кадрҙарҙы үҫтереү һәм башҡалар. Төп темаһы иһә “Яңы заман технолоиялары”. Чемпионатта 25 шәхси һәм команда номинациялары буйынса ярышасаҡтар. Улар төҙөлөш, объекттарҙы проектлау һәм төҙөлөш проектына идара итеү блоктарына бүленгән. Быйыл беренсе тапҡыр уҡыусылар ҙа үҙ көсөн һынап ҡарай. Бының өсөн мәктәп лигаһы ойошторола. Шулай итеп, IV – X класс уҡыусылары өсөн дүрт номинация ҡаралған. Улар Рәсәй ҡалаларын проектлауға арналған кейсты эшләргә тейеш. Икенсе йыл инде чемпионаттың студенттар лигаһы ойошторола. Улар өсөн быйыл 19 номинация булдырылған. Чемпионат финалыда Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән бер меңдән ашыу конкурсант ҡатнашасаҡ. Ә уларҙың оҫталығын 350 тирәһе белгес баһалаясаҡ. Бындай саралар иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: building.bashkortostan.ru