Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡашҡарҙа "Атайҙар аллеяһы"

15 октябрҙә Рәсәйҙә иң йәш байрамдарҙың береһе – Атай көнө билдәләнде. Уға ни бары ике йыл. 2021 йылдың 15 октябрендә Владимир Путин «Ғаилә институтын нығытыу һәм балалар тәрбиәләүҙә аталыҡтың әһәмиәтен арттырыу маҡсатында» махсус көн тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Йылайыр районының Ҡашҡар урта мәктәбендә был көндө билдәп үткәндәр. Уҡыусылар аталары менән аллея ултыртҡан. - Был байрам йәмғиәттә, ғаиләлә атай абруйын күтәреү маҡсаты менән булдырылған. Аталы бала - арҡалы, тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Ғаиләлә үҫкән һәр бала атаһынан көс-ҡеүәт, үрнәк, терәк алып йәшәй. Атайҙар көнөнә ҡарата Ҡашҡар мәктәбе уҡыусылары, коллективы "Атайҙар аллеяһы" н булдырҙы. Көҙгө көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан ҡартатайҙар, атайҙар, ағайҙар уҡыусылар менән мәктәп эргәһенә ҡарағай үҫентеләре ултыртты. Ҡартатай һәм ейән, атай һәм ул, ағай һәм ҡустыларҙың изге теләктәренә манып ултыртылған ағастар гөрләп үҫһен! Улдарыбыҙҙың киләсәктә тыуған илебеҙҙең ныҡлы терәге, ышаныслы ғаилә башлыҡтары, хәстәрлекле атайҙар булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ! – тип яҙҙылар мәктәп төркөмөндә. Сығанаҡ: https://vk.com/public186439277