«Йәштәргә һәр саҡ юл асыҡ» — иҫке совет кинофильмынан алынған был юлдар барыһына ла таныштыр, моғайын. Әммә был формула аяуһыҙ конкуренция закондары буйынса йәшәгән эшлекле мөхиттә һәр ваҡыт эшләмәй. Тап шуның өсөн дә эшҡыуарҙар ярҙамға мохтаж, бигерәк тә башланғыс этапта. Бөгөн мин һеҙгә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә грант программаһы тураһында һөйләгем килә. Ул үҙ эшен башлаған 14 йәштән 25 йәшкә тиклемге йәштәр өсөн тәғәйенләнгән. Республикабыҙҙа ундай эшһөйәр, һәләтле кешеләр байтаҡ, йыл һайын йәш эшҡыуарҙар һаны арта ғына бара. Бөгөн мин һеҙҙе шундайҙарҙың береһе — Ҡырмыҫҡалы районынан Азамат Ураҙғолов менән таныштырырға теләйем. Азамат «Молот» тхэквондо буйынса балалар клубтары селтәрен ойоштора. Тәүге клубын Азамат 2021 йылда Архангел ауылында аса. Бөгөнгө көндә клубтың бөтә республика буйынса 12 филиалы бар, унда 400-ҙән ашыу бала, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгәндәр шөғөлләнә. Спортсылар төрлө кимәлдәге я