Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыш ҡына республика район-ҡалалары буйлап эш сәфәренә сыға. Был сәфәр мәлендә проблемалар асыҡлана, яңы үҫеш нөктәләре билдәләнә. Август айында Радий Фәрит улы Стәрлебаш районына ла килгәйне һәм эш сәфәре барышында ул ауыл мәҙәниәт усағына тиҙ арала ремонт кәрәклегенә төшөнөп, финанс бүлергә ҡушты һәм, был ремонт эштәрен ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә башҡарып сығыуҙы йөкмәтте. Бына, яңы мәҙәниәт йорто оҙаҡ көттөрмәй үҙ ишектәрен асты! – Был мәҙәниәт усағына тиҙ рәүештә капиталь ремонт яһауҙа һәм уның биләмәһен төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәткән өсөн район халҡы исеменән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерәм. Хәҙер усаҡты яңы ҡорамалдар менән тәьмин итәһе ҡалды, – тип билдәләп үтте сарала район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов. Шуныһын да билдәләп китеү мөһим: ауыл ерендә мәҙәниәт усағы йыр-бейеү урыны ғына түгел – ул ауыл халҡын туплаусы, берләштереүсе майҙан да. Халыҡ клубҡа төрлө түңәрәктәргә йөрөй, һәләтен аса, ауылдаштары менән аралаша. Ошо хаҡта үҙенең сығышында матур ваҡиға менән тәбрикләргә килеүсе БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов та билдәләп үтте. – Ибраҡай ауылы халҡын республика етәкселеге, Мәҙәниәт министрлығы исеменән ысын күңелдән ҡотлайым. Башҡортостанда ауыл ерлектәрендә мәҙәни усаҡтарҙы тергеҙеү, асыу, яңыртыу буйынса эш алып барыла. Ошо эштең бер һөҙөмтәһе булып бөгөн бына мәҙәниәт йорто капиталь ремонттан һуң асылды, – тине ул. Атап әйткәндә, 2019 йылдан алып бөгөнгә тиклем 85 мәҙәниәт усағы төҙөлгән йәки ремонтланған. Сағыштырма өсөн, 2010-20218 йылдарҙа ни бары 10 мәҙәниәт усағы сафҡа ингән. Һуңғы биш йылда шулай уҡ мәҙәниәт усаҡтары өсөн тарихта булмағанса күп кимәлдә транспорт саралары алынған – йәмғеһе 94 берәмек. Бынан тыш 10 автобклуб, 14 моделле китапхана барлыҡҡа килгән. Сарала шулай уҡ яҡташтарының шатлығын уртаҡлашырға тип БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Данир Ғәйнуллин да килгәйне. Әлеге депутаттың биографияһы күҙ һалһаҡ, ул төрлө йылдарҙа мәҙәниәт өлкәһендә етәкселек эшендә эшләне, мәҙәниәт донъяһында ҡайнаны. Ә бит ул да ҡасандыр ябай ауыл малайы булып, ябай клубҡа йөрөгән. Шуға яңыртылған Ибраҡай ауылы клубы ла республикаға үҙ йондоҙҙарын, үҙ һәләтлеләрен танытыр әле. Фотолар Рөстәм Рахманғоловтың социаль селтәрҙәрҙәге рәсми сәхифәһенән алдынды.