Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡәйнәмдең мейескә тыҡҡан табаларынан көл генә ҡалды...

Табаны кем нисек таҙарталыр, мин элек газ плитәһенә ултыртып, әйләндереп-тулғандырып оҙаҡ итеп ҡыҙҙырып ала инем. Ярты көндә табам өр-яңы кеүек була торғайны. Бер мәл ирем ҡәйнәмә лә шундай кәңәш бирҙе. Мейесе булғас, ул табаларын шунда көл араһына тыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һауыттары иреп юҡҡа сыҡҡан... Хужабикәләр башҡа ысулдарҙы ла белә. "Мин һуңғы йылда табаларҙы ҡалын сүп-сар тоғона тултырам. Бер стакан нашатырь спиртын һауытҡа ҡойоп ултыртып, тоҡ ауыҙын ныҡлап бәйләп, бер тәүлек тотам. Аҙаҡ һыуға тығып, тимер йыуғыс мн йыуаһың. Тиҙ генә таҙара", - тигән бер ҡатын-ҡыҙ. Рәмзиә Әхмәҙуллина иһә видеояҙма төшөрөп, нисек эшләгәнен күрһәткән. Кәстрүлгә һыу һалып, утҡа ҡуя. Унда кальцийлы сода йә аш содаһы, ҡағыҙ өсөн клей, ҡырғыс аша үткәрелгән кер һабыны йә кер порошогы һала. Ярты сәғәттән бер-өс сәғәткәсә ҡайната. Табалар таҙарғас, йәбешә торған булып ҡалмай, шулай ҙа йыуғас, беренсе бешергәндә уларҙы ҡыҙҙырып майлап алам, ти ул. Видеояҙманы беҙҙең вк-төркөмдә ҡарағыҙ. Фото һәм видео сығанағы: https://vk.com/id203914716