Ябығыу - заман кешеһе проблемаларының береһе. Интернетта айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар был темаға күп һөйләшә. Йә береһе марафон үткәрә, йә үҙенең ысулдары менән уртаҡлаша. Шундайҙарҙың береһе - Ирина Хәмиҙуллина. "Ябыҡҡанһың!" - тиҙәр миңә барыһы ла. Диета тоторға тырышам. Ҡаты тырышам. Инде, булды, кәнфитһеҙ тора алмайым, көнөнә берәүҙе булһа ла ашайым, тигән минуттарымда 14 йәшлек бер уҡыусым: "Апа, минең битем таҙарғанмы? Тәм-том бөтөнләй ашамайым бит", - тигән һүҙҙәр менән яныма килеп баҫты. "Бер ҙә ашағың килмәйме?" - тием. "Бөтөнләй юҡ, апа", - ти. Үҫмер егеттең ихтыяр көсөнә иҫем китте. "Кит инде, Ирина, шул бала хәтле лә көсөң, үжәтлегең юҡмы һинең?!" - тип, ҡулыма тотҡан "Коровка"ны йыраҡҡараҡ төртөп ҡуйҙым. Ҡаты ғына бәрә икән ул ашау мәсьәләһе нервыға. "Ас кешенең асыуы яман", - тиҙәр бит, хаҡ һүҙҙәр ул. Гел өҫтәл янында әйләнгән, үҙе ашарға әҙерләгән кешегә икеләтә ауыр. Баштағы мәлдә күп ашағандарына ҡарап үртәлә инем. Унан элегерәк сәй эсеүгә киткән ваҡытты нимә менән тултырырға белмәй аптыраным. Ярты көн өҫтәл артында ҡара яндырып ҡайнар сәй эсеүгә китә ине. И-и-ии, тәм-том менән эскәс, күңелдәр күтәрелә ине! СөбханАллаһ, бер тулы ғына ханымдың һүҙҙәре иҫемә төшә: уға барыһы ла, ябыҡ бер аҙ, диета тот, эремсек һыуы эс, тип йөҙәткәс, сыҙай алмай: "Минең тормоштағы иң ҙур бәхетем - тәмләп ашау. Шул бәхетемдән дә айырмағыҙ әле!" - тип ҡысҡырған. Зарядкалар яһарға аяҡтар ҙа күтәрелә башланы, иншәАллаһ. Йөрөүе лә еңел икән үҙе. Тик... Кейемдәр барыһы ла 54-се үлсәм. Кәрәк 48-50. Ярар инде... Арыҡ тәнемдә сәләмәтлек булһын! Беҙҙең йәштә диета тотоу кәрәктер ҙә ул. Ярты-йорто тештәрең менән бөтөнөһөн рәттән урып барыуҙы бер аҙ рәткә һалмайынса булма-а-ай. Самаһын белергә кәрәк шул һәр нәмәлә, хатта ашауҙа ла", - тип белдергән Ирина ханым. Ә һеҙҙә был проблема бармы? Нисек көрәшәһегеҙ уның менән?.. Фото: https://vk.com/id215206489