Әсәй-өләсәйҙәр һәр саҡ кинәйәле һүҙ, әйтем-мәҡәл менән һүҙ һөйләне бит. Уларҙың ҡаҙанға бәйлеһе менән күп кенә ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булғылаған. Түбәндә социаль селтәрҙәге шул мәҙәктәрҙең бер нисәүһе. ...Әсәйем ғүмер буйы һатыусы булып эшләне. Ул ваҡытта беҙҙең Килдеғол ауылы магазины (Бөрйән районы, ахыры - АВТОР) гөрләп эшләп торған магазиндарҙың береһе ине. Беҙ, биш бала, бер-беребеҙҙе ҡарашып, татыу булып үҫтек. Бер ваҡыт, өйҙә толҡа тапмай киткәнбеҙме, бөтәбеҙ ҙә магазинға йыйылғанбыҙ. Әсәйем үтә ҡаты бәрелмәй торғайны беҙгә, әйтерен йә кинәйәләп, йә мәҡәл менән генә әйтер ине. Был юлы ла: - Аһ, өйҙәге ҡаҙанды ла алып килһәгеҙ ни була? Ҡаҙан ғына ҡалған бит, - тине. Беҙ, өлкәнерәктәр, уңайһыҙланып, улай-былай ҡаранған арала Мәймүнә исемле һеңлебеҙ сығып та китте. Беҙ тороп ҡалдыҡ, күрәһең, берәй тәмлекәс тә өмөт иткәнбеҙҙер инде. Бер ваҡыт Мәймүнә кире килеп инде. Һатып алыусыларҙың алдына барып баҫты ла әсәйемә шыбырҙап ҡына:- Әсәй, ҡаҙан буш түгел, - тине. Магазин көлөү тауышынан геү-