Күптәр әллә ни иғтибар итмәгән гранат емешенең файҙаһы иҫ киткес ҙур. Уны даими ҡулланыусылар һаулығына зарланмай. 1. Гемоглобинды арттыра. Гранаттың иң билдәле үҙенсәлеге — анемия менән көрәшеү. Аҙ ҡанлы булғанда, ике ай дауамында ашар алдынан 30 минут алда көнөнә өс тапҡыр 0,5 стакан гранат һутын ҡулланығыҙ.2. Баҫымды кәметә. Гранат бөртөктәре гипертониктарҙың ҡан баҫымын кәметә. Ә сәйгә киптерелгән һәм өҫтәлгән гранат емештәре нервы системаһын тынысландырырға, хәүефтән ҡотолорға, төнгө йоҡоно нормалләштерергә ярҙам итә.3. Гормондарҙың әүҙемлеген арттыра. Гранат һөйәктәрендә организмда гормональ балансты тергеҙеүсе майҙар бар. Шуға күрә гранат орлоҡтарын төкөрмәгеҙ - уларҙы ашарға кәрәк, айырыуса баш ауыртыуҙы ҡыйын үткәрһәгеҙ.4. Ауыҙҙы һәм тамаҡты дезинфекциялай. Гранат ҡайырынан йәки уның һутынан тамаҡты (ангина һәм фарингит ваҡытында), ауыҙ ҡыуышлығын (гингивит һәм стоматит ваҡытында) йыуыу өсөн ҡулланалар. Дуплаусы матдәләр ауыртыуҙы баҫа, ә органик кислоталар инфекцияны юҡҡа сығ