Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡаҙаҡ яҙыусыһы менән осрашыу

Кисә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле ҡаҙаҡ яҙыусыһы Жолтай Жумат-Алмашулының Зәйнәб Биишева исемендәге китап нәшриәтендә башҡорт телендә донъя күргән “Әсе һәм татлы тормош” китабының исем туйы уҙҙы. Унда Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары Ҡәҙим Аралбаев, Марсель Сәлимов, Флүр Ғәлимов, Камил Йыһаншин, атаҡлы ғалим, медицина фәндәре докторы, профессор Марат Аҙнабаев, яҙыусы, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов, БР Милли әҙәбиәт музейы етәксеһе Миләүшә Ҡаһарманова, билдәле әҙиптәр Гөлнур Яҡупова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Мөнир Ҡунафин, Факил Мырҙаҡаев, шағир, популяр йырҙар авторы Рәмил Сурағол, ғалим һәм журналистар Рәшиҙә Мәһәҙиева, Луиза Кирәева, Ғәҙилә Бүләкова, шулай уҡ сараны ойоштороусы музей хеҙмәткәрҙәре, интеллигенция вәкилдәре ҡатнашты. Сарала ҡаҙаҡ яҙыусыһының әҫәрҙәрен төрөк, рус, башҡорт телдәренә тәржемә иткән яҙыусылар уның ижадына юғары баһа бирҙе, уларҙың әһәмиәте, актуаллеге, тормошсанлығы һәм художество үҙенсәлектәре хаҡында фекерҙәрен еткерҙе, башҡорт-ҡаҙаҡ әҙәби һәм мәҙәни бәйләнештәре тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Жолтай Жумат-Алмашулы әҙәби кисәлә булған яҙыусыларыбыҙҙың ижадтары хаҡында ла ихлас, йылы һүҙҙәрен еткерҙе, үҙе етәкләгән махсус журналда әҫәрҙәре баҫылып сыҡҡан авторҙарға, баҫма уҙғарған ижади бәйгеләрҙә еңеүселәргә рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.Ижад байрамында Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының филология фәндәре кандидаты, доцент Илшат Янбаев етәкселегендә бер төркөм студенттар ҙа ҡатнашты. Талантлы йәштәр башҡарыуындағы ҡаҙаҡ милли бейеүе ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. Әйткәндәй, "Ағиҙел" журналының 5-се һанында ҡаҙаҡ яҙыусыһы Жолтай Жумат-Алмашулының "Бастард" романы донъя күргән. Фото һәм текст сығанағы: "М.Ғафуриҙың мемориаль йорт -музейы"төркөмөнән