Хәйбулла районының Яковлевка ауылында йәшәгән Йосоп һәм Римма Сабитовтарға улдары хеҙмәт иткән хәрби частан Рәхмәт хаты килгән. Уларҙың улы, “Башкир” позывнойлы егет, әле махсус хәрби операция зонаһында. Хәрби часть командиры, гвардия полковник В.Балацан яҙған хатта яугирҙең ата-әсәһенә хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән, хәрби операция зонаһында ҡыйыулыҡ күрһәткән ысын ир-егет тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн рәхмәт белдерә. “Һеҙҙең улығыҙ командирының ышаныслы ярҙамсыһы, ысын Ватан һаҡсыһы, хәрби иптәштәренә үрнәк булып тора. Ғаиләлә алынған яҡшы тәрбиә уға хәрби шарттарҙа ҡатмарлы бурыстарҙы үтәгәндә лә ярҙам итә. Һеҙ ысын ир-егет тәрбиәләп үҫтергәнһегеҙ һәм уның менән хаҡлы ғорурлана алаһығыҙ”, – тиелгән хат юлдарында. Яковлевка ауылы егете былтыр сентябрҙә үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына юлланған. Уға тиклем Себер тарафтарында, Силәбе өлкәһендә шахтер булып эшләгән. “Башкир” позывнойлы яугир тиҙҙән отпускыға ҡайта һәм ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ лы награда менән бүләкләнәсәк тиелә “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите төркөмөндә.
"Һеҙ ысын ир-егет тәрбиәләп үҫтергәнһегеҙ һәм уның менән хаҡлы ғорурлана алаһығыҙ"
14 октября 202314 окт 2023
1
~1 мин