Найти тему
Башҡортостан гәзите

Барығыҙҙы ла тиҙерәк һәм еңеү менән көтәбеҙ!

Бөгөн иртә менән Өфөлә махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан мобилизацияланған яугирҙәрҙе кире оҙатыу сараһы үтте. Оҙатыу йола буйынса тантаналы шарттарҙа үтте. “Өфө-Арена” алдындағы майҙанға туғандары һәм яҡындары: ата-әсәһе, ҡатындары, балалары, ейәндәре, дуҫтары килде. Яугирҙәргә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов мөрәжәғәт итте. Ул егеттәргә республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән үҙҙәренең бурысын намыҫ менән үтәүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм, улар алғы һыҡыҡта булған саҡта, республика ғаиләләре хаҡында һәр яҡлап хәстәрлек күрәсәк, тип ышандырҙы. Егеттәрҙең кәйефе хәрбиҙәрсә. Бер тәүлектән һуң улар Донбасста буласаҡ. Юлға сығыр алдынан ир-ат яҡындары менән иҫтәлеккә фото төштө, оҙатыусылар уларға ихге теләктәрен еткерҙе. Тантаналы өлөш тамамланғас, “Машиналарға” тигән команда яңғыраны. Автобустарға ултырыр алдынан хушлашыу өсөн ун минут ваҡыт бирелә. “Иҫән-һау, еңеү менән ҡайтығыҙ!” тигән һүҙҙәр яңғырай. Барығыҙҙы ла тиҙерәк һәм еңеү менән көтәбеҙ! Фото һәм сығанаҡ: "Молодежная газета".