"Мәктәп туризмы" программаһы ярҙамында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылының Чугункин исемендәге мәктәбе уҡыусылары Өфөлә экскурсия менән булып ҡайтты. Сәфәрҙәр “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә уҙғарыла. Экскурсия туры “Эх, Өфө, минең ҡалам!” тип атала. 5, 6 һәм 7-се класс уҡыусылары ике көн буйына Башҡортостандың баш ҡалаһының иҫтәлекле урындарын ҡараны. Улар республиканың Милли музейында, ретроавтомобилдәр музейында, Өфөнөң тарихи өлөшөндә экскурсияла булды, әммә иң ҙур ҡыҙыҡһыныуҙы Еңеү паркы буйлап йөрөү, шулай уҡ хәрби техника менән танышыу тыуҙырҙы. "Экскурсияның программаһы бай эстәлекле һәм ҡыҙыҡ булды, беҙ төрлө музейҙарға, парктарға барҙыҡ, ҡала тураһында бик күп яңы мәғлүмәт алдыҡ!", – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты 6 класс уҡыусыһы Арина Матвеева. "Мәктәп туризмы" проекты республикала 2022 йылда башланды. Унда Ҡырмыҫҡалы районынан 300-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты ла инде. Программа, тәү сиратта, үҫеп килгән быуынды ҙур булмаған сә