Һуғыш аяуһыҙ: көн һайын тиерлек бынамын тигән йәш егеттәребеҙҙе һуңға юлға оҙатабыҙ, уларҙың батырлығы беҙҙең күңелдәргә мәңгегә яҙыла бара. Кисә Сибай халҡы үҙенең батыр улдарының береһе, капитан Юнир Юлай улы Бикбаев менән мәңгелеккә бәхилләште. Ул махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгән саҡта, батырҙарса һәләк була. Юнир 1996 йылдың 21 майында Сибайҙа тыуған. 9-сы лицейҙы тамамлағандан һуң, ул Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Ҡазан юғары танк командалы училищеһына уҡырға инә. 2018 йылда, "лейтенант" дәрәжәһен алып, уҡыуын уңышлы тамамлай. Ул танк взводы командиры, мотоуҡсылар ротаһы командиры һәм мотоуҡсылар батальоны штабы начальнигы вазифаларында хеҙмәт итә, ойоштороу һәләттәре юғары булған талапсанлыҡ командирҙың абруйын күтәрә. Махсус хәрби операция башланғандан алып Юнир Ватанын һаҡлауға баҫа. Хәрби бурысын өлгөлө үтәгәне өсөн уға ике тапҡыр Батырлыҡ ордены тапшырылған, шулай уҡ "капитан" исеме бирелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 4 октябрҙә, махсус хәрби операция барышында хәрби бур