Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ғаиләгеҙ менән килегеҙ

Асҡын ауылында ғаилә ялы паркы асылды. Йәмәғәт киңлеге "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә төҙөкләндерелде. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә ғаилә ялы паркын төҙөкләндерергә мөмкин булды. Был объект өсөн былтыр район халҡы әүҙем тауыш биргән - 2900-ҙән ашыу кеше. Бында йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар төҙөкләндерелгән, биләмә йәшелләндерелгән, эскәмйәләр ҡуйылған, урам яҡтыртҡыстары монтажланған. Өҫтәмә рәүештә өмә барышында ағастар һәм ҡыуаҡтар үҫентеләре лә ултыртылған. Ғаилә ялы паркы биш зонанан тора: мәҙәни, балалар, спорт, йәшел һәм патриотик. Яңыраҡ ҡына авария хәлендә булған балалар баҡсаһы урынында ғаилә ялы өсөн яңы уңайлы биләмә барлыҡҡа килеүен бер кем дә күҙ алдына килтерә алмай ине. Эштәр барышында бөтәһе лә объектҡа ҡыҙыҡһынып ҡараған, бында нимә булырын һорашып торған. Килеп сыҡҡан парк кемде лә битараф ҡалдырмаған. Хәҙер иһә көндөҙ ҙә, кис тә бында һөйләшеүҙәр һәм балалар көлөүе тауышы тынмай. 2023 йылда Башҡортостанда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк, шулай уҡ 2021 йылда Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында еңеп сыҡҡан проекттар буйынса эштәр тамамланасаҡ. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Асҡын районы хакимиәте.