Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Азат Бадранов кисә журналистар, тарихсылар, яҙыусылар менән осрашты. Билдәле булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Шамил улы былтыр көҙҙән алғы һыҙыҡта. Осрашыуҙа һүҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың батырлығын, иҫтәлеген мәңгеләштереү хаҡында барҙы. Алғы һыҙыҡта республиканың һәр ҡала-районынан яугирҙәр бар, улар төрлө милләттән, төрлө йәштә. Әммә бөтәһе лә тыуған төйәгенең патриоттары, ил именлеге өсөн ҡулына ҡорал алған ҡаһармандар. Азат Бадранов яҡташ яугирҙәребеҙ, уларҙың яҙмышы, батырлыҡтары тураһында халыҡҡа теүәл һәм аныҡ мәғлүмәт еткереү, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү бурысын ҡуйҙы. Был эште әҙәби әҫәрҙәр, матбуғат баҫмалары, теле-радио тапшырыуҙар аша алып барыу, музей фонды туплау мөһим. Журналистар, яҙыусылар, тарихсылар бурысты тормошҡа ашырыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе. Осрашыуҙа махсус хәрби операция биләмеһендә эшләп ҡайтҡан журналистар ҡатнашты. Был һөйләше