Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яңауыл оҫтаһының да өлөшө бар!

Яңауыл Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Гөлфирә Дауытова күлдәй ҙур, һоҡланғыс кейәҙ келәм әҙерләүҙә ҡатнашты, тип хәбәр итә “Яңауыл таңдары”. 15 октябргә тиклем өфөләрҙең һәм ҡала ҡунаҡтарының Милли музейҙа иҫ киткес матур, милли биҙәктәргә бай һәм сағыу кейеҙ келәмде үҙ күҙҙәре менән күреү мөмкинлеге бар. Был ғәжәйеп ижад эшен башҡарыуҙа Башҡортостан, Коми, Ҡалмыҡ республикалары һәм Ҡаҙағстандың ҡул эштәре оҫталары, рәссамдары, Екатеринбург, Ҡазан, Дондағы Ростов, Санкт-Петербург, Железногорск ҡалалары маһирҙары ҡатнашты. Үҙенсәлекле, коллектив көсө менән башҡарылған ижади эштә Яңауылдың да өлөшө бар. Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Гөлфирә Дауытова унда ҡатнашып, үҙенең мини-панноһын ижад итте. Кейеҙ келәмде бөтә ҙурлығында презентациялау Республика көнөндә Милли музейҙа үтте. Ә 4-6 ноябрҙә был мөғжизәле келәмде Халыҡ-ара “Традицияларҙың яңы ғүмере” арт-кейеҙ күргәҙмәһендә Санкт-Петербург халҡы һәм ҡунаҡтары күрә аласаҡ. Гөлфирә Дауытова фотолары.