Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө буйынса сираттағы кәңәшмәне үткәрҙе. Хөкүмәт Премьер-министры ведомстволар, төҙөлөш һәм архитектура ойошмалары етәкселәре, вәкилдәре менән берлектә проектты тормошҡа ашырыуҙың Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы тарафынан раҫланған “юл картаһы” тураһында һөйләште. Беренсе контроль нөктә проекттың социаль-иҡтисади һөҙөмтәләренең планлы әһәмиәтен үҙ эсенә ала. Вуз-ара студенттар кампусы буйынса октябргә 48 контроль нөктә теркәлгән, уларҙың 41-е атҡарылған. - Проект буйынса “юл картаһы”ның контроль нөктәләрен атҡарыуҙы контроль аҫтында дауам итергә һәм август-сентябрҙә барлыҡ тамамланмаған нөктәләрҙе айырым контролдә тоторға кәрәк, - тине Андрей Назаров. – Архитектура, дизайнер ҡарарҙары, күтәреү тиҙлеге буйынса беҙ илдә лидер һәм планлаштырылған ваҡыттан ҡалмаҫҡа тейешбеҙ. Объектты файҙаланыуға тапшырыуға ике ай ҡалды, тип хәтерегеҙгә төшөрәм.