Сарала Өфөнән 12 яҙыусы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика әҙәби баҫмалар мөхәррирҙәре ҡатнашты. Улар ике республика араһындағы мәҙәни дуҫлыҡты нығытыуға йүнәлтелгән эшлекле осрашыуҙар үткәрҙе. “Бер нисә “түңәрәк өҫтәл”, шул иҫәптән “Башҡорт яҙыусылары – белорус ере һаҡсылары” тигән темаға, тәржемә, берҙәм проекттар һәм башҡалар тураһында һөйләштеләр. Өс көнлөк программа төрлө сараларға бай булды. Беларусь Милли китапханаһының Милли музейын ҡаранылар, Минск тураһындағы документаль фильмды төшөрөүҙә ҡатнаштылар, китапханаға башҡорт һәм рус телендәге уникаль баҫмаларҙы бүләк иттеләр. Бүләктәрҙе китапхана директоры урынбаҫары Виктор Пшибытко ҡабул итте. Экскурсиялар һәм методик эш бүлеге мөдире Людмила Комаровская делегаттарға 23 ҡатлы арҙаҡлы китапхананың төҙөлөүе тураһында һөйләне. Ул 2006 йылда асылған. Уның фондында 80 телдә 10 миллион дана китап һаҡлана. Марк Шагал, Сальвадор Дали, Пабло Пикассо кеүек бөйөк рәссамдарҙың автографтары һаҡлана. Хәҙер унда башҡорт классиктарының һәм зам