Республика көнө алдынан инструменталь музыка өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары һәм Башҡортостан Республикаһы һәм Иҙел башы мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллинға “Белорет районының һәм Белорет ҡалаһының Почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Әйткәндәй, Рәмил Ғәйзуллин “Башҡортостан” гәзитен таратыуға ла тос өлөш индерә. Яңыраҡ ул гәзитебеҙ уҙғарған “Иң яҡшы ауыл билмәһе” конкурсы еңеүсеһен - Белорет районының Инйәр ауыл биләмәһен ҡотлау йәһәтенән ойошторолған концертта сығыш яһап, яҡташтарын ҡыуандырҙы. Рәмил Мәүлит улына киләсәктә лә башҡорт моңон, милли музыка ҡоралын үҫтереү йүнәлешендә уңыштар, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ. Фото: vk.com/ivaniutaandrei Автор видеояҙмаһы.