Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Кнопка" позывнойлы яугир-ҡатын яралыларға ярҙам итә

Махсус хәрби операция биләмәһенә үҙ теләге менән хеҙмәт итергә киткән йәш ҡатын "Берҙәм Рәсәй- Башҡортостан" гәзитенә биргән интервьюһында, фекерләү үҙгәрә, тормош икенсе яҡтан ҡабул ителә, тигән. «Кнопка» позывнойлы хәрби хеҙмәткәр алғы һыҙыҡҡа киткәнгә тиклем юрист булып эшләгән. Үҙенең был аҙымын яугир-ҡатын МХО-ла дуҫтары хеҙмәт итеүе менән аңлата, унан тыш яугирҙәр араһында яраланғандарҙың да күп булыуын белә. "Кнопка"ның тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, ауырыуҙарҙы ҡарау тәжрибәһе бар, шуға күрә ул медротаға бара. Әсәйҙәрен өйҙә түҙемһеҙләнеп ете йәшлек ҡыҙы һәм биш йәшлек улы көтә. Улар әлегә өләсәйҙәре менән ҡалған.Ҡатындың ире лә контрактсы, офицер. Ул да кәләшенең ҡарарына ҡаршы килмәгән, уның яҡлы булған. "Беҙҙең бурыс - яралыларҙы эвакуациялау, госпиталдәргә алып барыу, ауыр осраҡта шунда уҡ операция бүлмәһенә. Билдәле, бөтә урындарҙа ла дрондар, юлда уҡ тротилды башҡа ташларға мөмкиндәр. Эш ҡурҡыныс һәм хәүефле, әммә беҙ уны барыбер башҡарабыҙ. Медицина ротаһында барлығы -

Махсус хәрби операция биләмәһенә үҙ теләге менән хеҙмәт итергә киткән йәш ҡатын "Берҙәм Рәсәй- Башҡортостан" гәзитенә биргән интервьюһында, фекерләү үҙгәрә, тормош икенсе яҡтан ҡабул ителә, тигән. «Кнопка» позывнойлы хәрби хеҙмәткәр алғы һыҙыҡҡа киткәнгә тиклем юрист булып эшләгән. Үҙенең был аҙымын яугир-ҡатын МХО-ла дуҫтары хеҙмәт итеүе менән аңлата, унан тыш яугирҙәр араһында яраланғандарҙың да күп булыуын белә. "Кнопка"ның тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, ауырыуҙарҙы ҡарау тәжрибәһе бар, шуға күрә ул медротаға бара. Әсәйҙәрен өйҙә түҙемһеҙләнеп ете йәшлек ҡыҙы һәм биш йәшлек улы көтә. Улар әлегә өләсәйҙәре менән ҡалған.Ҡатындың ире лә контрактсы, офицер. Ул да кәләшенең ҡарарына ҡаршы килмәгән, уның яҡлы булған. "Беҙҙең бурыс - яралыларҙы эвакуациялау, госпиталдәргә алып барыу, ауыр осраҡта шунда уҡ операция бүлмәһенә. Билдәле, бөтә урындарҙа ла дрондар, юлда уҡ тротилды башҡа ташларға мөмкиндәр. Эш ҡурҡыныс һәм хәүефле, әммә беҙ уны барыбер башҡарабыҙ. Медицина ротаһында барлығы - 30-лап ҡатын-ҡыҙ. Ҡайһылары - госпиталдә, икенселәре яугирҙәрҙе ҡабул итә, реанимация менән шөғөлләнә. Егеттәргә ашығыс рәүештә медицина ярҙамы кәрәк булһа, урманда дежурҙа тороусылар ҙа бар. Мине осратҡан яугирҙәр ғәжәпләнде, әрләнеләр, әммә шул уҡ ваҡытта шатландылар ҙа. Күпселек кеше һинең 90 килограмлы һуғышсыны бер үҙең генә сығара алыуыңды күҙ алдына килтерә лә алмай. Ләкин яуаплылыҡ хисе ҡурҡыуҙан өҫтөн булғанда, көс үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә. Мин баротравма алдым, бер ҡолағым һаңрауланды. Хатта бронежилеттағы икона менән доғалар китабы ла "ҡоро ҡалмаған". Ләкин үҙебеҙҙекеләргә ярҙам итеү өсөн ҡалдым", -тигән "Кнопка". Ҡыйыу һәм тәүәккәл "Кнопка" позывнойлы яугир-ҡатынға иҫән-һау балалары янына ҡайтыуын теләйбеҙ! Фото һәм текст сығанағы: "Башинформ".