"Украинала барған махсус хәрби операцияла минең ике туған ағайҙарым ҡатнаша. Улар менән гәзит уҡыусыларҙы таныштырғым килә. Бер туған Наил һәм Рөстәм Йомағужиндар яҡшы тәрбиә, белем алып, татыу ғаиләлә үҫте. Аталары Хәбир Һаҙый улы үҙе Афған һуғышында ҡатнашҡан, шуға күрә улдарын да бәләкәйҙән илһөйәрлек рухында тәрбиәләгән. Оло ағайым Наил Хәбир улы 1990 йылдың 10 авгусында Белорет ҡалаһында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, армияға алынған. 2022 йылдың апрелендә Тыуған илен һаҡлап контракт буйынса хеҙмәт итә башлай. Шул саҡта Украина ерендәге яу яланына барып эләгә. Май айында ҡаты яраланып ҡайта. Байтаҡ ҡына ваҡыт дауаханала ятҡандан һуң, тағы ла хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн алғы һыҙыҡҡа йүнәлә. Июль айында икенсе тапҡыр яралана һәм яуҙа күрһәткән отҡорлоғо һәм ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Әлеге ваҡытта Наил ағайым, тағы ла контракт төҙөп, Курил утрауҙарында хеҙмәтен дауам итә. Икенсе ағайым, Рөстәм Хәбир улы, 1992 йылдың 18 июнендә Белорет ҡалаһында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, армияға алына. Аҙаҡ контракт нигеҙендә Кавказда хеҙмәт юлын дауам итә. Артабан 2017 йылдың ноябренән 2018 йылдың февраленә тиклем Сүриәләге хәрби хәрәкәттә ҡатнаша һәм тәүге миҙалы менән наградлана. Махсус хәрби операция башланғандан бирле әлеге көнгә тиклем Украина биләмәһендә барған хәрби хәрәкәттә ҡатнаша. Суворов, II дәрәжәләге “Хәрби хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Әлбиттә, ағайҙарым хаҡындағы тулы мәғлүмәтте белеп бөтмәйбеҙ. Үҙҙәрен күреп тә, күрешеп өлгөрөп тә булмай, әммә бөтәбеҙ ҙә улар менән ғорурланабыҙ һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ", - тип яҙа беҙгә Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Гөлсинә Йомағужина. Беҙ ҙә Гөлсинәнең изге теләктәренә ҡушылып, Ватан һағындағы барлыҡ егеттәргә уңыштар теләйбеҙ. Контракт буйынса хәрби хеҙмәт тураһында ҡыҙыҡһындырған һорауҙар булһа, Telegram мессенджерындағы “Доброволец Башкортостана” чат-ботында https://clck.ru/34ARPB һылтанмаһы буйынса, шулай уҡ 8 (34756) 2-15-01 йәки 122 (мобиль телефондарҙан) телефондары буйынса яуап алырға мөмкин. Фото: Электрогазета.