Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тренерҙар мәктәбендә уҡынылар

Республиканың “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусы предприятиелар “Файҙалан. Уҡыт. Камиллаштыр” тренерҙар мәктәбендә ҡатнашты. Был сара йыл һайын үткәрелә. Быйылғыһы – алтынсыһы. Федераль компетенциялар үҙәге ойоштора. – Тренерҙар мәктәбе – милли проектта ҡатнашыусы предприятиеларҙың тренерҙарына башҡа төбәктәрҙәге коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге лә. Үҙәк белгестәре алты ай уҡыта. Сертификат алғандан һуң коллегаларын үҙ аллы уҡыта һәм һаҡсыл технологияларҙы сафҡа индереү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашыра алалар. Уларҙың һөнәри оҫталығынан предприятие коллективының етештереүҙе “һаҡсыл” формалаштырыуға йәлеп итеүе бәйле, - тип белдерҙе республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. Уҡыуҙың өс көнөндә һаҡсыл технологиялар, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға һәм “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты инструменттарын файҙаланыуҙы камиллаштырыуға 35 оҫталыҡ кластары үтелгән. Илдең 67 төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандың нефть һәм газ, нефть һәм химия ҡорамалдары, үҫемлектәрҙе һаҡлауҙың химия саралары, минераль ашламалар етештереүгә махсуслашҡан 16 компаниянан белгестәр ҡатнашты. Компаниялар вәкилдәренән тыш, сарала Башҡортостандың Компетенциялар төбәк үҙәгенән ике тренер булды. Уларҙың береһе – Эльнар Сиражетдинов. Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/21962/