Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов Өфөлә үтәсәк ҙур хәйриә сараһы тураһында хәбәр ите. "17 октябрҙә киске сәғәт 7-лә Өфө ҡалаһының “Башҡортостан” дәүләт концерт залында (Ленин урамы,50) махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән һалдаттарыбыҙға ярҙам итеүгә арналған хәйриә концерты уҙа. Концертты үткәреү башланғысы менән Өфөлә йәшәгән яҡташтарыбыҙ сығыш яһаны. Концертта Азат Айытҡолов, Гөлсөм Бикбулатова, Эльмира Юлдашева, Марсель Сәйетов, Флера Шәрипова, Юлай Ҡасимов, Венера Юлгилдина, Әлфиә Ғәлләмова һәм Йылайыр районының художество үҙешмәкәрлек артистары ҡатнаша. Концертта йыйылған аҡса беҙҙең һалдаттар өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алыуға китәсәк. Беҙҙең егеттәргә әхлаҡи ярҙам да мөһим. Уларҙың ғаилә ағзаларына ла әхлаҡи ярҙам кәрәк. Концертҡа килегеҙ. Яҡташтарыбыҙға ярҙам итегеҙ! Хәйриә концертын үткәреү программаһында: 16.30 – Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыу (Совет майҙаны). 17.00 – Йылайыр районы (Дәүләт концерт залы) студенттары менән осра