Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бәхил бул, Йәлил...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, махсус хәоби операцияла батырҙарса һәләк булған ир-егеттәр һаны кәмемәй. Кисә Баймаҡ районының Бөрйән-йылға ауылы халҡы ла үҙенең батыр улдарының береһен мәңгелек йортҡа оҙатты. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә. "Махсус хәрби операция барышында Йәлил Әхтәм улының ғүмере өҙөлә. Яу бурысын үтәгән яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыу барыбыҙ өсөн дә бик ауыр ҡайғы һәм бөтә район, бөтә республика, бөтә ил өсөн оло юғалтыу. Йәлил Ҡаҙаҡбаев көслө, рухлы ир-егет, ысын патриот булараҡ, илебеҙҙең именлегенә хәүеф янаған ваҡытта ситтә ятып ҡала алмай. Әрме хеҙмәте үткән егет махсус хәрби операцияға доброволец булып юллана. Беҙ уны аңлайбыҙ һәм бар йөрәктән уның был батырҙарға ғына хас аҙымын хөрмәт итәбеҙ.Хөрмәтле Әхтәм Йәғәфәр улы, Лилиә Фәрғәт ҡыҙы, мәрхүмдең туғандары, дуҫтары, ауылдаштары һеҙҙең тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, сыҙамлыҡ теләйбеҙ.Хөрмәтле ил һаҡсыһы тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр! Хуш бул, тыныс йоҡла, ҡәҙерле Йәлил Әхтәм улы! Беҙ һине онотмаҫбыҙ! Ауыр тупрағың еңел булһын!"- тип яҙған Фәнис Ғәбдрәшит улы. Йәнең йәннәттә булһын, батыр егет! Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән