Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары һәм хужалыҡтары быйылғы йылдың туғыҙ айында "Розагролизинг" дәүләт компанияһы тәҡдим иткән ташламалы программалар менән файҙаланып, 349 берәмек техника һатып алған, техниканың дөйөм хаҡы 2,2 миллиард һумдан ашып киткән. "Башҡортостан “Росагролизинг” программаһы буйынса техниканы һәм ҡорамалдарҙы яңыртыуҙы дауам итә. Барлыҡ ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, төбәктә машина-трактор паркын яңыртыу яҡшы темптар менән дауам итә. Үҫеште туҡтатырға ярамай. Компанияның ташламалы программалары ауыл хужалығы предприятиеларының техник паркын яңыртыу өсөн яҡшы ҡорал булып тора, — тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. "Розагролизинг" асыҡ акционерҙар йәмғиәте ташламалы лизинг шарттарында ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин итеү буйынса "Иртә бронләү!" акцияһын яңынан башлап ебәрҙе. Был программа сиктәрендә аванс түләү — 0 проценттан, аванс түләүҙе 2024 йылдың апреленә тиклем кисектереү, ҡуртым мөҙҙәтен оҙайтыу — 8 йылға тиклем, шулай уҡ төп бурыс буйынса түләүҙе 2024 йылдың 1 сентябренә тиклем кисектереү ҡаралған. Рәсәйҙең алдынғы ауыл хужалығы техникаһы етештереүселәре хаҡтарҙы 2023 йыл кимәлендә билдәләгән акцияла ҡатнаша. Кәрәкле ҡорамалдарҙың бөтә ассортименты «Розагролизинг» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең рәсми сайтында урынлаштырылған. Бынан тыш, Башҡортостанда агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу буйынса төбәк программаһы эшләй, уның сиктәрендә фермерҙарға ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙың 50 процентына тиклем компенсация түләнә. Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.