Эшҡыуар Ленар Латыпов һәм уның командаһы ҙур объекттарҙы, шул иҫәптән шәхси хужалыҡтарҙы, дачаларҙы һәм йорт яны участкаларын төҙөкләндереү өсөн бетон продукцияһын етештерергә планлаштыра. Ошо маҡсаттан улар ҡаланың бизнес-тормошона әүҙем ҡушылған, атап әйткәндә, Салауаттың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса стратегик сессияла булған һәм төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуҙарын дауам итә. Хакимиәт вәкилдәре уларға ярҙам саралары, артабанғы үҫеш өсөн мөмкинлектәр тураһында һөйләгән. “Тауарҙар етештереү буйынса бизнесты ойоштороу ауыр, сөнки ул күп рөхсәт документтарын һәм капитал талап итә, табышты ла шунда уҡ килтермәй. Йәш эшҡыуарҙарға эштәрендә уңыштар һәм ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыуҙарын теләйбеҙ”, – ти Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары Урал Мәғизов. Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: na-zemle-salavata.com