Дәүләткилдеев бульвары, ә ул Өфө ҡалаһының 88-се урта мәктәбе янында, бынан ары тағы ла күркәмләнеп ҡалды. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки тап бында ағас ултыртыуҙы ойошторҙолар, дөрөҫөрәге, парламент аллеяһына нигеҙ һалынды. Унда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, ағас ултыртыуға кемдәр генә килмәгән! Был күренеш эргә-тирәне тағы ла күркәмерәк итергә тырышыусыларҙың күплеге тураһында һөйләй, тимәк, матурлыҡ яратыусылар арабыҙҙа бихисап. Өфө ҡалаһының мэры Ратмир Мәүлиев киләсәктә парламент аллеяһын һәр саҡ тәртиптә тотасаҡтары тураһында белдерҙе, ошо акцияның Республика көнөнән һуң үткәрелеүе оло мәғәнә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Парламент аллеяһына йүкә, миләш, ҡарағат, алмағас, шулай уҡ ҡыуаҡ ағастары ултыртылды. Фото: Илдар Аҡъюлов.