Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өмәлә әүҙем ҡатнаштылар

“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса тормошҡа ашырылған “Урманды һаҡлайыҡ” көҙгө бөтә Рәсәй акцияһының бишенсе юбилей миҙгеле сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының бөтә биләмәһендә лә ағастар ултыртыу ойошторолдо. Быйыл проектта ҡатнашыусылар шулай уҡ урман биләмәләрен йыйыштыра һәм үҫентеләрҙең торошон ҡарай. Төбәктең Урман хужалығы министрлығы Өфөнөң Г. Рутто исемендәге урман паркы биләмәһендә сираттағы экологик өмә ойошторҙо. Паркты сүп-сарҙан таҙартыу буйынса сарала урман ведомствоһының үҙәк аппараты, "ЭСКБ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Урман хужалыҡтры менән идара итеү" дәүләт ҡаҙна учреждениеһы, Өфө урмансылығы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Өфө урман техник техникумы студенттары ҡатнашты. Георгий Рутто исемендәге парк Өфө урман хужалығы биләмәһендә, Өфө Лимонарийынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан. – Бөгөн “Урманды һаҡлайыҡ” бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Георгий Рутто исемендәге урман паркы биләмәһен көнкүреш сүп-сарынан таҙарттыҡ, урман культуралар

“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса тормошҡа ашырылған “Урманды һаҡлайыҡ” көҙгө бөтә Рәсәй акцияһының бишенсе юбилей миҙгеле сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының бөтә биләмәһендә лә ағастар ултыртыу ойошторолдо. Быйыл проектта ҡатнашыусылар шулай уҡ урман биләмәләрен йыйыштыра һәм үҫентеләрҙең торошон ҡарай. Төбәктең Урман хужалығы министрлығы Өфөнөң Г. Рутто исемендәге урман паркы биләмәһендә сираттағы экологик өмә ойошторҙо. Паркты сүп-сарҙан таҙартыу буйынса сарала урман ведомствоһының үҙәк аппараты, "ЭСКБ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Урман хужалыҡтры менән идара итеү" дәүләт ҡаҙна учреждениеһы, Өфө урмансылығы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Өфө урман техник техникумы студенттары ҡатнашты. Георгий Рутто исемендәге парк Өфө урман хужалығы биләмәһендә, Өфө Лимонарийынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан. – Бөгөн “Урманды һаҡлайыҡ” бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Георгий Рутто исемендәге урман паркы биләмәһен көнкүреш сүп-сарынан таҙарттыҡ, урман культураларынан агроҡарау үткәрҙек, - тип һөйләне Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Азамат Носратуллин. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Урман хужалығы министрлығы.