Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был көндө ике йыл көткәндәр!

Ошо көндәрҙә Асҡын ауылында 2-се мәктәп янында урынлашҡан стадион асылды. Проект “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Асҡындар тап уның өсөн әүҙем тауыш биргән. Объект бөтәһе 2620 тауыш йыйҙы. Стадионда газон сәселгән, биләмә кәртәләп алынған, йүгереү юлдары төҙөкләндерелгән, трибуна ҡуйылған, яҡтыртҡыстар монтажланған, футбол майҙаны әҙерләнгән. Яңыртҡандан һуң стадионға яңы исем дә ҡушылды. Ул “Юбилейлы” стадионы тип аталасаҡ. Исеме осраҡлы түгел. Беренсенән, уның рәсми асылыуы үҙе өсөн юбилей йылында – 50 йәшендә үткәрелгән. Икенсенән, ул Юбилей урамына күрше урынлашҡан. Өсөнсөнән, был исем өсөн район хакимиәте үткәргән һорау алыу барышында иң күп ҡатнашыусылар тауыш бирҙе. – Был көндө беҙ ике йыл көттөк. Беҙ барыбыҙ ҙа алып барылған эштәрҙе күҙәттек. Һәм бына ул көн килеп етте. Әлбиттә, бөгөн яңыртылған стадионда спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар күпкә яҡшыраҡ, уңайлыраҡ. Балаларыбыҙға артабан да спорт ҡаҙаныштары теләйем! Стадионға килегеҙ, бында ныҡлы шөғөлләнегеҙ, көс туплағыҙ! Төҙөклөктө һаҡлағыҙ! Был биләмә буш тормаһын, киреһенсә, бында һәр саҡ халыҡ күп булһын. Стадион артабан үҫешһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Асҡын районы хакимиәте.