Һәр хужабикә тиҙ генә ҡоймаҡ ҡойоп алырға яраталыр. Ҡоймаҡ ҡойоуҙың да үҙ серҙәре, үҙ нескәлектәре байтаҡ. Был юлы һеҙгә шешәгә ҡойоп ҡоймаҡ бешереү ысулын тәҡдим итәбеҙ. Уны Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәгән аш-һыу оҫтаһы Лилиә Шаһиғәлина тәҡдим итә. "Белгәндәр ҙә күптер, ләкин белмәгәндәр ҙә барҙыр. Ҡоймаҡҡа иҙмәне әҙерләгәс, бына ошолайтып, шешәгә ҡойоп ҡоймаҡ бешереүе уңайлы ғына. Юғиһә, кәстрүл, йәки башҡа һауыттың сите - башы ҡатып бөтә бит ҡоймаҡ ҡойоп бөткәнсә. Ә былай таҙа ла, тиҙ ҙә була. Бик уңайлы!Һәм шулай уҡ ҡоймаҡ иҙмәһен шешәгә ҡойоп туңдырып ҡуйырға була. Кәрәк саҡта кистән туңдырғыстан сығарып ҡуяһың да, балаң - мәктәптән, ирең эштән ҡайтыуға тиҙ генә ҡоймаҡ ҡояһың.Файҙалы кәңәш булып сыҡһа, мин шат булырмын. Ихтирам менән, Лилиә Рәмил ҡыҙы!Өй йылыһы - ҡатын - ҡыҙҙан, йылы булығыҙ! - тип яҙған ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә. Ә һеҙ ҡоймаҡты нисек итеп ҡояһығыҙ? Фото һәм текст сығанағы: Лилиә Шаһиғәлина