Балалары колледждарҙа түләүле уҡыған күп балалы ғаиләләргә компенсация биреү хоҡуғы менән тәүгә 2,5 мең самаһы ғаилә файҙаланасаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында билдәле булды. Уны Премьер-министр Андрей Назаров алып барҙы. Республика Министрҙар кабинеты башлығы билдәләүенсә, күп балалылыҡҡа йүнәлеште һаҡлау һәм үҫтереү төбәк ғаилә сәйәсәтенең төп һөҙөмтәләренең береһе булып тора. – Башҡортостан ғаиләләре структураһында күп балалылар өлөшө 2018 йылда 23,6 проценттан 2022 йылда 31,8% тиклем артҡан. 2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, өс һәм унан күберәк балалы ғаиләләр һаны республикала 27,4% артҡан һәм 59 мең тәшкил иткән (сағыштырыу өсөн - 2010 йылда улар 46,3 мең ине). Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында был беренсе һөҙөмтә (Рәсәйҙә - етенсе урын). Һуңғы һорау алыу һөҙөмтәләренән күренеүенсә, балалы ғаиләләрҙең, айырыуса күп балалы ғаиләләрҙең, ғәйәт ҙур иждивенлыҡ йөкләмәһе һаҡлана. Финанс сикләүҙәренең белем алыуға етди тотҡарлыҡ