Вуз-ара донъя кимәлендәге кампуста урынлашасаҡ ӨДНТУ-ның “Медиадизайн һәм креатив индустриялар” лабораторияһы дизайнда уникаль этностиль булдырыу өҫтөндә эшләй. Яңы майҙандарҙа республика продукцияһы өсөн туранан-тура брендинг, этник стилдәге предметтар һәм кейем коллекциялары әҙерләнәсәк. – Унда беҙҙең магистр төркөмө буласаҡ. Бик ҙур проекттар һәм фәнни программалар эшкәртеләсәк. Бынан тыш, һәр магистрҙың үҙ индивидуаль трекы бар, республика продукцияһын халыҡ-ара кимәлдә танытыу программаһынан алып йәмәғәт киңлеген рәсмиләштереүгә тиклем. Яңы заманса ҡорамалдар, шул иҫәптән ҙур форматлы баҫыу өсөн дә ҡуясаҡбыҙ. Проекттарҙың етдилиге айырым атмосфераны талап итә, ә вуз-ара кампуста ул бар, – тип пландары менән уртаҡлаша “Дизайн һәм сәнғәт ғилеме” кафедраһы мөдире Лидия Стратонова. Коллективтың ғилми һәм ижади тырышлығы һанлы мөхиттә Башҡортостандың заманса образын булдырыуға йүнәлтелгән. Улар – мөхит һәм предмет дизайны өлкәһендәге проекттар, прототип, макеттар эшләү, төрлө тәғәйенлә