Найти тему

Ә ул бөтәһенән дә матур икәнен ҡайҙан белергә..?

Көн ямғырлы булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ Өфө ҡалаһында урынлашҡан Сергей Аксаков исемендәге баҡсаға ашыҡты. ... Бер бай алыҫ яҡтарға оҙайлы сәйәхәте алдынан ҡыҙҙарын саҡырып алған да ҡәҙерлеләренән ниндәй бүләк алып ҡайтырға тип белешкән. Иң өлкәне башҡа кейә торған алтын түңәрәккә заказ биргән, уртансыһы көҙгө һораған, ә бәләкәстәре ал сәскә алып ҡайт, тигән. Аталары ҙур ике ҡыҙына һораған бүләктәрен мотлаҡ алып ҡайтырға вәғәҙәләгән. Ә бына төпсөк ҡыҙына былай тип яуап биргән: – Ал сәскәне табыуы еңел түгел, ә ул бөтәһенән дә матур икәнен ҡайҙан белергә..? Беҙ килгәндә күренекле яҙыусы Сергей Аксаковтың ошо "Ал сәскә" әкиәте сәхнәләштерелә ине. Артистарҙың образға тәрән инеп уйнауы, ролдәрҙе оҫта башҡарыуы һоҡландырҙы. Айырыуса балаларҙың уны ҡыҙыҡһынып ҡарауы иғтибарҙы йәлеп итте. Хатта кескәйҙәр сәхнә алдына уҡ килеп баҫҡан. V класта уҡыған Сәлим Кәрәҙбаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул бында бер туған апаһы Айлина менән килгән. Балалар майҙансығында булғандан һуң, был яҡҡа йүнәлгәндәр. Малай был әкиәт менән IV кластан уҡ таныш, башланғыс класс уҡытыусыһы әҫәрҙең йөкмәткеһен ентекле аңлатҡас, бөгөн дә уны түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә ала. Фото: Илдар Аҡъюлов.